Күп кенә илдәрҙең балалары
мәктәпкә хәүефле юлдарҙан йөрөй. Улар, дәрескә ваҡытында барып етер өсөн, тар
ғына тау юлдары, насар тороштағы аҫылмалы күперҙәр, канат юлдар аша үтә.
Экстремаль туризм яратыусылар, был фотоларҙы күреп, ҡоттары оса.
Ҡойма ямғырҙар аҫылмалы
күперҙе емергәс, был балалар йылға аша цирк артистары һымаҡ сығырға мәжбүр.
Мәктәпкә тип сыҡҡан балаларға оҙон юл үтергә, ҡайһы
урындарҙа киңлеге 40 см ғына булған хәүефле тау һуҡмаҡтарынан барырға тура
килә. Өҫтәүенә һуҡмаҡтың бер яғында текә ярлау.
Комментариев нет:
Отправить комментарий