четверг, 2 мая 2013 г.

Экономияларға түгел, үҫтерергә!



Франция һәм Италия берҙәм фронт булып сығыш яһай. Италия премьер-министры Энрико Леттаны Парижда йылы ҡаршы алдылар, һөйләшеүҙәр барышында Италия хөкүмәтенең яңы башлығы һәм президент Франсуа Олландтың  ҡараштары тап килеүе асыҡланды. Леттаның фекере буйынса, бөгөнгө Европаның төп бәләһе- “йәмғиәтте әхлаҡи тарҡатыусы”үҫә барған  эшһеҙлек.
Летта матбуғат конференцияһында мөһим мәсьәләләр буйынса француз лидеры менән бер үк позицияла тороуын һәм Европа Советының май, июндәге ултырыштары алдынан “сәғәттәрҙе дөрөҫләүҙәрен” белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, “ваҡытты әрәм итергә ярамай”:
“Европа ла шундай уҡ һайлауҙы эшләй алырға, иҡтисадтың үҫешен яҡларға тейеш, бындай үҫеш мөмкин, әммә һуңғы айҙар, бәлки, йылдар ҙа бушҡа уҙған, был шулай уҡ  һалым-бюджет сәйәсәтен консолидациялауға ла ҡағыла.”
Иҡтисади моделе Европаның локомотивы булған Германияла яҡлау тапмаған Франсуа Олланд Италияның яңы премьеры менән фекерҙәш булыуға шат:
“Бөгөн беҙҙең төп бурыс- иҡтисади үҫеш, предприятиеларҙың әүҙем эшмәкәрлеге, айырыуса йәштәр араһында көслө булған эшһеҙлек менән көрәшкә ҙур тырышлыҡ һалыу.”
Ике сәйәсмән дә Европа илдәрендәге көрсөктөң ҡатмарлығын, ләкин Франция, Италия һәм Германияның сәйәсәтен билдәләүсе шарттарҙың төрлөлөгөн билдәләп үтте.
“Энрико Леттаның Европа буйлап турнеһы бөтә Европа берҙәмлеген көсәйтеү эгидаһы аҫтында үтә, тик тәүге нәүбәттә яңы курс- иҡтисади үҫеште яҡлауға йүнәлтелгән. Ә был фронтҡа, әлбиттә, Франция етәкселек итә,- ” тип хәбәр итә Париждан EuroNews хәбәрсеһе Джованни Маджи.

Комментариев нет:

Отправить комментарий