Бангладештағы фажиғә
арҡаһында Көнбайышта күптәр выждан ғазабы кисерә. Ҡайһы бер компаниялар зыян
күреүселәргә компенсация түләргә вәғәҙә итте, Евроберләшмә Дакка менән сауҙа
бәйләнештәрен ҡайтанан ҡарарға ниәтләй, ә һатып алыусылар, осһоҙ тауар артынан сабып,
үҙҙәрен ҡапҡанға эләккәндәй тоя:
-Был рәүешле
етештерелгән тауарҙарҙы беҙгә һатып алырға ярамай,-ти бер ҡатын.
–Ә яуаплылыҡ кем
өҫтөндә тип уйлайһығыҙ?
-Был кейемдәрҙе һатып
алыусылар, шулай уҡ Бангладеш властары. Улар хеҙмәтсәндәрҙең именлеге хаҡында
ҡайғыртырға бурыслы.
Бангладештағы туҡыу
сәнәғәте күбеһенсә хеҙмәтсәндәр иҫәбенә үҫеште. Эш хаҡы - айына 30 евро. Бында
йән тирҙе сығарғыс хеҙмәт иҫәбенә эшләгән 4,5 мең фабрика бар, унда 3 миллион
кеше хеҙмәт итә, күпселеге ҡатын-ҡыҙ. Тап бына ошолар Бангладешҡа туҡыма
әйберҙәр экспортлау буйынса Ҡытайҙан ҡала икенсе урынға сығырға мөмкинлек
бирҙе.
Бангладеш туҡыма
әйберҙәренең 60 проценты Евроберләшмәгә
оҙатыла, уның күләме үҫә бара: 2011 йылда уның суммаһы 8 миллиард евро булһа, 2012
йылда -8,6 евро. Евроберләшмә эсендәге төп ҡулланыусылар- Германия, Бөйөк Британия, Испания һәм Франция.
Был хәл Бангладештың Европа баҙарына
пошлинаһыҙ инеү мөмкинлеге менән дә бәйләнгән. Шулай итеп, аналитиктарҙың
фекеренсә, яуаплылыҡтың бер өлөшө Евроберләшмә өҫтәндә: “Хеҙмәттә именлек ҡағиҙәләрен
үтәү мәсьәләләре Евроберләшмә илдәре хөкүмәттәре һәм түбән эш хаҡы түләнгән ил
кимәлендә хәл ителергә тейеш.”
24 апрелдә булған
фажиғә Бангладеш туҡыу сәнәғәте тарихында тәүгеһе түгел. Уҙған йылдың
ноябрендәге йәшерен туҡыу фабрикаһының береһендәге янғын ваҡытында 112 кеше
һәләк булғайны. Унда Американың WalMart гиганты өсөн тауар етештерелгән.
Был фажиғәнән һуң,
туҡыусылар ҡаршылыҡ демонстрацияһына сыҡты, ә Евроберләшмә Бангладеш
хөкүмәтен үҙ предприятиеларындағы хеҙмәт
шарттарын Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы талаптарына ярашлы итеп ҡорорға саҡырҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий