пятница, 3 мая 2013 г.

Сомалиҙа аслыҡ.



258 мең кеше, шуларҙың яртыһы 5 йәшкә ҡәҙәре балалар, Сомалиҙа аслыҡ ҡорбаны булған. Был турала БМО баҫтырып сыҡҡан докладта әйтелә. Һүҙ 2010 йылдың октябренән 2012 йылдың апреле араһындағы осор хаҡында бара. Илдәге граждандарҙың 4 миллионы аҙыҡ-түлек көрсөгө менән осрашты, ә ил халҡы- 10 миллион.
“Беҙ аҙыҡ, дарыуҙар, таҙа һыу етмәүҙән йонсойбоҙ. Беҙ гуманитар агенстволарҙан ярҙамды ваҡытында килтереүҙәрен һорайбыҙ. Һуңғы тапҡыр аҙыҡты бер йыл элек тараттылар. Шунан һуң беҙгә бик ауыр булды. Беҙгә кисекмәҫтән ярҙам кәрәк,-”ти ҡаҡ һөйәккә ҡалған ҡарт.
Сомалиҙың үҙәгендә һәм көньяғында хәлдәр айырыуса ҡатмарлы. Эксперттарҙың фекеренсә, халыҡ-ара йәмғәтселектең гуманитар проблеманы хәл итергә тырышыуы етерлек кимәлдә түгел.
Сомалиҙың  Аҙыҡ-түлек именлеген анализлау подразделениеһының баш техник советнигы һөйләй:
Әлбиттә, был проблемалар Сомалиҙа һаман да туҡтамаған конфликтҡа бәйле. Ул аҙыҡ-түлек көрсөгөн ҡырҡыулашыра, гуманитар ойошмаларҙың үтеп инеүенә, ярҙамды ваҡытында килтереп еткереүгә һәм таратыүға ҡамасаулай.”
Доклад авторҙарының фекере буйынса, Сомалиҙағы көрсөк- донъяла сирек быуат эсендә булған аслыҡтың иң хәтәре.

Комментариев нет:

Отправить комментарий