пятница, 3 мая 2013 г.

Әсә ҡарынындағы яралғылар.



Кеше бөтә ергә лә танауын тығырға ярата. Был юлы ул тәбиғәттең бер серен- әсә ҡарынында нисек тормош яралыуын күрергә булған.

 Планетабыҙҙағы хайуандарға яңыса ҡарарға тәҡдим итәбеҙ, ул беҙҙе Бөйөк Ижадсы тыуҙырған мөғжизә, йәшәйештең асылы хаҡында уйланырға мәжбүр итәсәк.

 ”Ҡарындағы хайуандар”атамаһы аҫтындағы яңы документаль фильмдан алынған  хайуандарҙың ғәжәйеп фотолары- эт, дельфин, фил, акулаларҙың яралғылары. Фильм продюсеры Питер Чин УЗИ-ҙың өс үлсәүле комбинацияһын, компьютер графикаһын һәм яралғы барлыҡҡа килеп тыуғанға ҡәҙәр процесты төшөрөү өсөн кескәй генә камералар файҙаланған. Был- хайуан яралғыларының тәүге ентекләп төшөрөлгән фотолары.



Дельфин. Был фотола 6 айлыҡ яралғыһы булған афалин ҡарынын күрәбеҙ. Уларҙы сағыштырмаса йылы океандарҙа осратырға мөмкин. Дельфиндар 12 айҙан һуң бәпесләй. Фотоны ныҡ итеп ҙурайтҡанда, бәпәйҙең бәләкәс кенә тештәрен һәм ҡойроғон да күрергә була.



Азия филе. Фил үҙенең балаһын ҡарынында 22 ай йөрөтә, фотола иһә беҙ 12 айлыҡ яралғыны күрәбеҙ. Фил балаһы -ҙур филдәрҙең кескәй копияһы, хатта кескәй генә томшоғо ла формалашҡан. Кешеләрҙән айырмалы рәүештә, фил балаларының физик пропорциялары ғүмере буйы үҙгәрешһеҙ ҡала.

 Юлбарыҫ акулаһы- океандың үлем сәсеүсе йыртҡысы. Хатта әсә ҡарынында ла үткер тештәре күренеп тора, әгәр теләге тыуһа, тештәре ярҙамында ул туғандарын да өҙгөләп ташлай ала. Акулаларҙың был төрө йыл һайын берәй ғүмерҙе ҡыя.


Комментариев нет:

Отправить комментарий