суббота, 4 мая 2013 г.

“Сиктәрһеҙ репортерҙар” матбуғат азатлығының яңы рейтингын төҙөнө.



Бөтә донъя матбуғат азатлығы көнө сиктәрендә Парижда халыҡ-ара “Cиктәрһеҙ репортерҙар”ойошмаһы ағзалары“, үҙҙәренең фекере буйынса, матбуғат азатлығы дошмандары” исемлегенә ингән дәүләт башлыҡтары төшөрөлгән плакаттарҙы йәбештереп сыҡты. Быйыл был исемлектә 39 дәүләт башлығы, шулай уҡ сәйәси һәм дини эшмәкәрҙәр, ҡайһы бер ойошмалар.

 “Сиктәрһеҙ репортерҙар”ойошмаһы вәкиле шул хаҡта әйтеп үтте:

”Беҙ шуны күрәбеҙ: матбуғат азатлығы яҡшы кимәлдә булған илдәр ҙә хатта, һүҙ союздаштары тураһында барһа, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы ғәйепләп сыҡмай.”

Рәсәй 2013 йылғы матбуғат азатлығы рейтингында, “Сиктәрһеҙ репортерҙар”фекере буйынса, 148-cе урында. Ойошманың уйынса, Мәскәү, оппозицияның ҡаршылыҡ акцияларына яуап итеп, киң мәғлүмәт сараларына баҫым яһауҙы көсәйткән.

Журналистарҙың һәләк булыуы- докладтың йәнә бер аспекты. “Репортерҙар”ҙың мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылда донъяла 19 журналист һәләк булған. Был проблема хаҡында БМО генераль сәркәтибе Пан Ги Мун һөйләй:

“Һәләк булғандарға өҫтәп, ҡулға алынған йөҙҙәрсә журналист хаҡында ла иҫкә төшөрөргә кәрәк. Күптәр, ялған ғәйепләү ҡарарҙары арҡаһында, йылдар буйы төрмәләрҙә ултыра. Мин бындай репрессияларҙы ғәйепләйем.”

“Репортерҙар” журналистарҙы эҙәрлекләүсе һәм үлтеререүселәрҙең язаһыҙ ҡалыуына иғтибарҙы йүнәлтте.

Йыл һайын “Сиктәрһеҙ репортерҙар”ойошмаһы төҙөгән исемлектән быйыл Мьянма президенты төшөп ҡалды, сөнки унда ярты быуат эсендә тәүге тапҡыр шәхси гәзиттәр барлыҡҡа килде, ә унан алда цензура юҡ ителде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий