пятница, 10 мая 2013 г.

Зыяраттағы тормош.



Филиппин баш ҡалаһы Манилала йүнле торлағы булғандар бик һирәк. Манила- 12 миллион самаһы халҡы булған шаулы ҡала. Ул дәүмәле буйынса 11-се урында һәм халыҡ һаны буйынса 5-се урында торған мегаполис. Бынан тыш Манила халыҡтың тығыҙлығы буйынса донъяла иң алда тора. Ҡала халҡының күпселеген ярлылар тәшкил итә. Манила халҡының 40 проценты хәйерсе хәлендә, улар емерек ярлы өйҙәрҙә йәшәй. Меңәрләгән кешенең иң насар йортто алырға ла хәленән килмәй, шуға күрә ҡала зыяратында улар үҙҙәренә торлаҡ әтмәләп алырға мәжбүр.




54 гектар майҙанды биләгән Маниланың иң иҫке һәм иң ҙур төньяҡ зыяраты үлеләрҙе генә һыйындырмай, йәмғиәттең иң түбәнге ҡатлам кешеләренә лә төйәк бирә. Йөҙҙәрсә төрбә өҫтөндә ағастан һәм сүкеп яһалған тимер ҡоймаларҙан аласыҡтар әтмәләнгән. Кәшәнәләр эсендәге таш һәм мәрмәр табуттар карауат булып хеҙмәт итә. Электр энергияһы күрше урамдарҙан алына, эсәр һыу зыярат тирәләй ҡаҙылған скважиналарҙан килә.

Дөрөҫөн әйткәндә, зыярат эсендә үҙенә бер ҡала барлыҡҡа килгән. Тиҫтәләгән мең төрбә, табуттар араһында үҙенә күрә юлдары, тыҡрыҡтары бар. Хәҙер унда бик күп баскетбол майҙансыҡтары, фаст-фудтар, тәмәке һәм көндәлек кәрәк-яраҡ, ерләү һәм зыярат ҡылыу йолаһын атҡарыу өсөн кәрәкле булған нәмәләрҙе һатыусы киоскылар бар. Унда ресторандар, интернет-кафелар, хатта караоке салоны бар. Нисек кенә булһа ла, был- зыярат, унда көн һайын 80 тирәһе мәйетте ерләйҙәр.

Зыяратта йәшәүсе халыҡ ҡәберлектәр араһында эш тә тапҡан. Үҫмерҙәр 50 Филиппин песоһы йәки 50 Америка центына табуттар ташырға ярҙамлаша. Бала-саға һатыр өсөн тимер-томор, пластик һәм башҡа сүп-сар йыя. Ҡайһылары ҡәберҙәрҙе тәртиптә тота, таҙарта, уларҙы ҡәберҙәге ҡиммәтле әйберҙәргә, биҙәүестәргә һунар итеүсе бурҙарҙан һаҡлай.
Тәүге тапҡыр бында ҡасан йәшәй башлауҙарын аныҡ ҡына әйтеү ҡыйын. Зыяратта 50-се йылдарҙа уҡ йәшәй башлаусыларҙың һүҙҙәре буйынса, ул саҡта уҡ бында халыҡ күп булған. 1990-сы йылдарҙа зыярат халҡы ҡырҡа артҡан, сөнки урбанизация арҡаһында ҡалаларға мигранттар күпләп ағылған. 2012 йылдың яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, Маниланың ҡала зыяратында 6 000 самаһы кеше йәшәй.




Комментариев нет:

Отправить комментарий