суббота, 11 мая 2013 г.

Путин һәм Кэмерон Сүриәнең бөтөнлөгө яҡлы.



 Сочиҙа Рәсәй президенты Владимир Путин һәм Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон осрашты. Улар ике илдең хеҙмәттәшлегенә ҡағылған мөһим мәсьәләләр һәм Сүриәләге хәлдәрҙе яйға һалыуға йүнәлтелгән мөмкин булған уртаҡ аҙымдар хаҡында фекер алышты. Осрашыуҙан һуң, Рәсәй һәм Бөйөк Британия лидерҙары журналистар алдында сығыш яһаы. Айырым алғанда, Путин былай тип белдерҙе:

“Ике яҡ та тиҙ арала көс ҡулланыуҙар туҡталып, хәлдәрҙе тыныс рәүештә яйға һалыу процесы башланыуы, суверенлы Сүриә дәүләтенең территориаль бөтөнлөгө һаҡланыуы яғында. Премьер-министрҙың инициативаһы буйынса, беҙ позитив үҫештең мөмкин булған варианттары һәм был өлкәләге практик аҙымдар тураһында һөйләштек.”

Аҙаҡ һүҙҙе Британия премьер-министры алды. Рәсәй президентына ихлас ҡабул итеүе өсөн рәхмәт белдереп, ул  былай тине:

“Ҡараштарыбыҙҙың айырымлығы берәүгә лә сер түгел, әммә төп маҡсат буйынса фекерҙәребеҙ уртаҡ- конфликтҡа сик ҡуйып, Сүриә халҡына үҙ хөкүмәтен һайларға мөмкинлек биреү һәм экстремизмдың үҫешен туҡтатыу.”

Һөйләшеүҙәр барышында, улар Рәсәй һәм Бөйөк Британия рәйеслек иткән “20 төркөмө” һәм “8 төркөмө”сиктәрендә эшмәкәрлектәрен координациялау  траһында килеште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий