суббота, 11 мая 2013 г.

Меркелдең Кабул өсөн көтөлмәгән визиты



Германия канцлеры Ангела Меркель, алдан хәбәр итеп тормайынса, йома көндө Афғанстанға килде. ФГР-ҙың оборона министры Томас де Мезьер менән Меркель төньяҡтағы Балх провинцияһының Мазари-Шәриф ҡалаһында урынлашҡан немец ҡораллы көстәре генштабында булды. Тәүге нәүбәттә Берлинды һалдаттарының именлеге һәм афған хәрбиҙәрен әҙерләү темпы ҡыҙыҡһындыра.
“Афған именлек көстәрен әҙерләү менән шөғөлләнеп, беҙ ҙур эш башҡарабыҙ. Әммә именлек бөтөнләй булмаған урындар бар. Унда беҙгә немец һалдаттарын һәм, әлбиттә, афған хәрбиҙәрен ебәрергә кәрәк,-”тине канцлер.
Меркель 4 майҙа Афғанстандың төньяғында боевиктар тарафынан үлтерелгән Бундесвер хәрби хеҙмәткәре ҡәберлегенә венок һалды. Ул шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: 2014 йылда, НАТО контингенты илдән сығарылғандан һуң, илдәге ваҡиғалар өсөн яуаплылыҡты үҙ ҡулына алырға тейешле афған именлек көстәренең әҙерлеге ҙур мәсьәлә булып тора.
Бер нәмә иғтибарға лайыҡ: был юлы үҙенең визиты тураһында Меркель афған властарына хәбәр итмәгән. Улар, немец баҫмаһында әйтелеп китеүенсә.  Берлиндың бындай мөнәсәбәтен”ихтирам итмәү һәм дипломатик нормаларҙы боҙоу”тип атаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий