пятница, 24 мая 2013 г.

Стокгольм дүртенсе тәүлек яна.



Дүртенсе көн рәттән Стокгольм ҡалаһы эргәһендәге биҫтәләрҙә тәртипһеҙлектәр туҡтамай. Ҡаршылыҡ акциялары күбеһесә иммигранттар йәшәгән райондарҙа, йәштәр унда машиналарҙы яндыра, витриналарҙы вата. Көс ҡулланыуҙар ҡаланың төньяҡ-көнбайышынан көньяҡ ситенә күсте, унда көнэлгәре өс полицейский тән йәрәхәттәре алды. Кесаҙнала янғын һүндереү хеҙмәте 90 урынға саҡырыу алды. Швеция премьер-министры Стокгольм халҡын тыныс булырға һәм полицияға ярҙам итергә саҡырҙы.
“Агрессияны туҡтатыу өсөн, беҙгә тәүәккәл эш итергә тура килә. Әгәр был да ярҙам итмәһә, ҡулға алыуға күсергә тура киләсәк,-ти полиция вәкиле.-Тәүҙә бәрелештәрҙе булдырмаҫҡа тырыштыҡ, әммә хәлдәр шундай ҡатмарланды, беҙҙе таш яуҙырып ҡаршылай башланылар.”
Шаршамбы полиция ут төртөүҙә, көс ҡулланыуҙарҙа һәм вандализмда ҡатнашыуҙа шик аҫтына алынған 8 кешене ҡулға алды.
Сыуалыштар уҙған аҙнала иммигрант кварталындағы операция ваҡытында полицейскийҙарҙың һалҡын ҡорал менән янаған ирҙе атып үлтереүе арҡаһында килеп сыҡҡан. Акцияла ҡатнашыусылар полицейскийҙарҙы артыҡ ҡаты ҡыланыуҙа ғәйепләй һәм бойондороҡһоҙ тикшереү үткәреүҙе талап итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий