пятница, 24 мая 2013 г.

Кристин Лагардты судта көтәләр: Фемида үлсәүе ҡайһы яҡҡа ауышыр?



 ХВФ (МВФ) башлығы Кристин Лагардты Париждың Республика судында бөгөн йәнә көтәләр. Лагард үҙ вәкәләттәрен арттырып үтәү ихтималлығы мәсьәләһе буйынса һорауҙарға яуап биреүҙе дауам итәсәк. Ул Лагард иҡтисад министры посын биләгән осор менән бәйле. 2007 йылда Лагард, “Лион кредиты”банкы менән дәғүәләшеү эшен ҡарауҙы тиҙләтеү өсөн, арбитраж судҡа бизнесмен Бернар Тали эшен тапшырырға ҡуша. Бәхәс 1993 йылдан бирле һуҙылып килә һәм “Адидас” компанияһын һатыу ваҡытындағы махинациялар менән бәйле була. Тали дәүләт ҡаҙнаһынан ғәләмәт ҙур компенсация ала, Францияла ғауға ҡуба. Оппозиция власты суд эшенә ҡыҫылыуҙа һәм бюджет аҡсаларын туҙҙырыуҙа ғәйепләй.
Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, Лагард эшен судта ҡарау туҡтатылырға йәки уға ғәйепләү белдерелергә тейеш.
 “Евроньюс” хәбәрсеһе Джанни Маджи Париждан тапшыра:
“Эште судта ҡарап, ҡарар ҡабул итеү өсөн, бер көн етмәне. Яуап талап ителгән һорауҙар байтаҡ булып сыҡты. Халыҡ-ара валюта фонды ойоштороусы-директоры Кристин Лагардҡа килгәндә, эш ябайҙан түгел.

Комментариев нет:

Отправить комментарий