Йәкшәмбе көн, бер
енесле әҙәмдәргә никахҡа инергә һәм тәрбиәгә балалар алырға рөхсәт биреүсе
законға ҡаршы ризаһыҙлығын белдерер өсөн, 150 мең кеше Париж урамдарына сыҡты.
Франция- бер енесле никахтарҙы легалләштергән Европалағы 9- сы, донъялағы 14-се
ил, әммә уға ҡаршы сығыусылар бирешергә теләмәй:
“Закон ҡабул ителде
тип, беҙ ауыҙҙы ябырға тейешме? Әгәр закон ҡабул ителһә, был илдә ғаилә хаҡында
һөйләшергә ярамаймы? Әгәр закон ҡабул ителһә, үҙебеҙҙең тормошҡа ҡарашыбыҙҙы
белдерә, рухи ҡиммәттәребеҙҙе балаларға тапшыра алмайбыҙмы? Юҡ инде!-”тип асыулана Францияның элекке мәғариф министры Лоран
Вокье.
Һорашыу һөҙөмтәләре
буйынса, француздарҙың яртыһы бер енесле никахтарҙы легалләштереү яғында. Тик
католик сиркәүе һәм уң оппозиция ярҙамында ҡаршылыҡ акциялары ялҡыны һүрелмәй.
“Беҙ бында нормаль никахтарҙы яҡлар өсөн килдек. Беҙҙең уйыбыҙса, балаға
атай ҙа, әсәй ҙә кәрәк. Уның нормаль үҫеше өсөн, был ифрат та мөһим.”
“Беҙҙе ишетмәнеләр,
ярай, беҙ урамдарға беҙҙе ишеткәнгә ҡәҙәр сығасаҡбыҙ!”
Маршта
ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәре ир һәм ҡатындың союзын символлаштырыусы күк һәм
ал төҫтәге кейемдәрҙә ине. Тәртипһеҙлектәрҙе булдырмау маҡсатында, властар 4500 полицейскийҙы эшкә
екте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий