понедельник, 27 мая 2013 г.

Миллиондарҙың“Монсанто” һәм ГМО аҙыҡ-түлеккә ҡаршы маршы.


 Уҙған йәкшәмбелә донъяның 50 илендә 2 миллион самаһы кеше ген модификациялы аҙыҡ-түлеккә ҡаршы акцияла ҡатнашты. Манифестанттар донъяның үҫемлектәр биотехнологияһы лидеры -Американың “Монсанто”корпорацияһына ҡаршы сыҡты. Компанияның етештергән орлоҡтары, продукттары тирә-яҡ мөхиткә һәм кешеләр һаулығына зыян килтерә, тип иҫәпләйҙәр.
“Кешеләрҙең нимә ашағандарын белергә хоҡуҡтары бар,-ти Канзас-Сити маршында ҡатнашыусы.-Күпселек кешеләр хоҡуҡтары бар, тип уйлай, тик корпорация һайлау һөҙөмтәләренә йоғонто яһауға ғәләмәт ҙур аҡсалар түккәндә, был хоҡуҡтар боҙоласаҡ.”
“Уларҙың ризығыбыҙҙы боҙорға хаҡтары юҡ, аҙыҡ-түлек менән бер ниндәй ҙә эксперименттар кәрәкмәй!”
Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар әйтеүенсә, “Монсанто” фирмаһы АҠШ-тан Азияға орлоҡтар экспортлауға монополия булдырған. Һөҙөмтәлә, бынан тәү сиратта ваҡ ферма хужалары компания продукттарына бәйле булып ҡала. Монсанто эшләп сығарылған трансген үҫемлектәргә һәм уның варианттарына патент ала, ул үҫемлектәр етештерелә башлаһа, фирма эшмәкәрлегенә ҡаршы сығыусыларҙың уйынса, тотош илдәр бойондороҡло булып ҡаласаҡ.

Корпорация, үҙ продукцияһын етештереүҙе дауам итеү мөмкинлеге  өсөн, бөтә көсөн һала, власть органдарының улар файҙаһына ҡарарҙар ҡабул итеүенә өлгәшергә тырыша. АҠШ конгресы “Монсантоны яҡлау акты”н ҡабул иткән дә инде, был иһә компанияға ГМО аҙыҡ-түлеген тыйған хәлдә лә, үҙ эшмәкәрлеген дауам итергә мөмкинлек бирәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий