Германия Европа-Ҡытай сауҙа конфликтында аралашсы
булырға әҙерлек белдерҙе. Был турала Ангела Меркель Берлинға ике көнлөк визит
менән килгән ҡытай коллегаһы Ли Кэцян менән осрашыу ваҡытында белдерҙе.
Һүҙ Брюссель һәм Пекин сауҙа бәйләнештәренең сираттағы
ҡатмарлашыуы хаҡында бара. Май башында Еврокомиссия Ҡытайҙан индерелгән ҡояш
батареяларына 47 % күләмендә пошлина индерергә тәҡдим итте. Европа ҡытай
етештереүселәрен демпинг ҡулланыуҙа һәм хөкүмәттән йәшерен дотациялар алыуҙа
ғәйепләне.
Пекин, үҙ сиратында, яуап саралары күрергә әҙер
булыуын белдерҙе.
Энергетика өлкәһендә масштаблы реформалар үткәрергә
йыйынған Берлин да Еврокомиссия инициативаһын дәртләнеп ҡабул итмәне.
Ангела Меркель, “диалог ярҙамында конфликтты хәл итеү
өсөн,”бөтә көсөн һалырға вәғәҙә бирҙе.
(Демпинг- тауарҙарҙың хаҡын махсус рәүештә
осһоҙландырып һатыу. Демпинг төрлө маҡсаттарҙан сығып эшләнә: яңы баҙарҙа
нығыныу, конкуренттарҙан ҡотолоу өсөн).
Комментариев нет:
Отправить комментарий