вторник, 28 мая 2013 г.

БМО АҠШ-ты дрондар ҡулланыуы өсөн ғәйепләй.


Берләшкән милләттәр ойошмаһы пилотһыҙ осоусы аппараттар ҡулланған бөтә илдәрҙе лә халыҡ-ара хоҡуҡтарҙы һаҡларға саҡыра. Дүәшәмбе көн БМО-ның кеше хоҡуҡтары буйынса комиссары Нави Пилай ҙур державаларҙың терроризм менән көрәштә файҙаланған ҡайһы бер методтары проблеманы ҡатмарландырыуы хаҡында белдерҙе. Пилай, Францияның һәм Бөйөк Британияның Париж һәм Лондонда һалдаттарҙы үлтереүгә яуап итеп, терроризмға ҡаршы ҡануниәтте ҡатыландырырға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр баҫылып сыҡҡас сығыш яһаны.
Нави Пилай, БМО-ның кеше хоҡуҡтары буйынса баш комиссары:
“Мин бөтә дәүләттәрҙе лә пилотһыҙ осоу аппараттары мәсьәләһендә асыҡ эш итергә һәм халыҡ-ара хоҡуҡтарҙы яҡларға саҡырам. Закон боҙолған хәлдә, дәүләттәр кисекмәҫтән бойондороҡһоҙ, ғәҙел һәм эффектив тикшереү үткәрергә, зыян күреүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡларға тейеш.”

Был белдереү күбеһенсә террористарға ҡаршы дрондарҙы әүҙем ҡулланған АҠШ-ҡа төбәлгән, әлбиттә. Әйтергә кәрәк, уҙған аҙнала Барак Обама пилотһыҙ аппараттарҙы ҡулланыуҙы сикләргә ҡушты һәм яҡын тирәлә тыныс халыҡ булмаған осраҡта ғына файҙаланырға вәғәҙә бирҙе. Шул уҡ ваҡытта Аҡ йорт шуны ла аңғартты: АҠШ пилотһыҙ осоусы аппараттарҙан бөтөнләйгә баш тартырға йыйынмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий