вторник, 21 мая 2013 г.

Обама Мьянма президентын мосолмандарҙы яҡларға саҡырҙы.



 “Тейн Сейн- алдаҡсы президент”- Вашингтон халҡы 47 йыл эсендә тәүге тапҡыр килгән Мьянма лидерын ошондай плакаттар менән ҡаршы алды. Аҡ йорттағы һөйләшеүҙәр барышында Барак Обама властары артабан да сәйәси тотҡондарҙы азат итергә вәғәҙә иткән Мьянмалағы иҡтисади һәм сәйәси реформаларҙы хупланы. Юлға сығыр алдынан Тейн Сейн 20 кешегә амнистия иғлан итте һәм АҠШ-ты иленә ҡаршы санкцияларҙы туҡтатырға кәрәклегенә ышандырырға өмөтләнеп килде.
Тейн Сейн:
“Беҙҙең алда ҡатмарлы мәсьәлә тора. Беҙ үҙгәрештәргә һәм демократик реформаларға йөҙ тотабыҙ. Проблемалар- бихисап, ярлылыҡ, эшһеҙлек кимәле юғары, халҡыбыҙ үҙе өсөн демократик ҡиммәттәрҙе асырға йыйына ғына.”
АҠШ президенты илде тәүге тапҡыр Бирма түгел, ә Мьянма тип атап, мосолмандарға ҡаршы көс ҡулланыуҙарға ҡарата хәүефен белдерҙе.
Барак Обама:
“Был кешеләргә ҡарата көс ҡулланыуҙы, уларҙы территориянан ҡыҫырыҡлап сығарырға тырышыуҙы туҡтатырға кәрәк. Беҙ, Мьянма властары, халыҡ-ара йәмәғәтселек менән бергә уларҙың тейешле ярҙамды алыуына инаныу өсөн, барыһын да эшләргә әҙербеҙ. Әммә иң мөһиме- киләсәктә уларҙың хоҡуҡтары һаҡланыуы мөһим.”
Human Rights Watch мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йыл Мьянманың Ракхайн штатында погромдар, мосолмандарҙы үлтереүҙәр булған. 125 мең кеше йорттарын ташлап китергә мәжбүр булған. Урындағы властар енәйәттәргә күҙ йомоп ҡарауҙарын инҡар итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий