вторник, 21 мая 2013 г.

Ҡытай: тере брелоктар һатыу.



Әйҙәгеҙ, Пекиндың ҡоштар баҙарын йөрөп урайыҡ. Бында төрлө декоратив балыҡтар, ташбаҡалар, саламандралар, баҡалар, креветкалар һатып алырға мөмкин. Улар һауа тултырылған целлофан ҡапсыҡтарға һалынған. Аяуһыҙлыҡ, әммә факт: буяулы һыуға урынлаштырылған был йән эйәләре - яп-ябай брелок.
“Көнөнә 50 шундай брелок һатам,-”тип маҡтанды урамда һатыу итеүсе егет.
“Берәүһен балам һорағанға һатып алдым,-”ти ҡайғыртыусан әсәй.
Һатыусыларҙың раҫлауынса, һыуға туҡлыҡлы матдәләр өҫтәлгән, шулар менән туҡланып, бәләкәс кенә ташбаҡалар бер нисә ай йәшәй ала. Был дөрөҫ булған хәлдә лә, кислород етмәүҙән, ҡыҫынҡылыҡтан улар яйлап ыҙаланып үлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий