АҠШ-тың Мэриленд
штатында, Балтиморҙан яҡынса 16 километр алыҫлыҡта йөк тимер юл составы
рельстан сыҡҡан. Һәләкәт ваҡытында шартлау булған. Социаль селтәр
ҡулланыусылары хәбәр итеүенсә, шартлау хатта ҡалала ишетелгән. Бер нисә вагонды
ялҡын ялмап алған. Ҡара төтөн һөрөмө бик алыҫтан, Балтиморҙың көнсығыш
кварталдарынан да күренеп тора.
Һәләкәт булған урын
сәнәғәт зонаһына яҡын ғына. Рельстарҙан сыҡҡан вагондар бер нисә производство
бинаһын емергән.
Һәләкәт урынына килгән
ҡотҡарыусылар химик һаҡланыу костюмдары кейгән. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, һауаға
химикаттар еҫе таралған.
Ҡорбандар һәм зыян
күреүселәр хаҡында әлегә бер нәмә лә билдәле түгел.
Комментариев нет:
Отправить комментарий