среда, 29 мая 2013 г.

Иң экстремаль пляж.


Пляжды нисек итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ? Моғайын, ул иркенләп ял итергә мөмкин булған бик йәмле, экзотик, тыныс урын булырға тейештер. Әммә Кариб бассейнындағы Сен-Мартен утрауының Махо-Бич пляжына йөрөүсе туристар улай уйламай. Голланд яғындағы экстремаль пляж уның өҫтөнән түбән генә осоп үткән самолеттары менән билдәле.  Самолеттарҙың реактив ағымы шул ҡәҙәр көслө, ул ял итеүселәрҙе һыуға этеп төшөрөүе лә ихтимал (пляждың буйынан-буйына ҡуйып сығылған тамғалар был турала иҫкәртеп тора). Шуныһы ҡыҙыҡ: баш осоғоҙҙа ғына геүләгән нисә самолетҡа сыҙар инегеҙ икән?

Принцесса Юлиананың халыҡ-ара аэропорты пляжға экстремаль яҡынлығы менән генә түгел, осоп күтәрелеү-ултырыу юлының үтә лә ҡыҫҡа булыуы менән дә айырылып тора- ни бары 2180 метр. Талғын ғына ергә төшөр өсөн, самолет күтәрелеү-осоу юлының осона килеп етә һәм был күренеште һоҡланып күҙәткән, видеоға төшөргән, ҡысҡырышҡан туристарҙың баш осонан ғына түбәнәйә башлай.

Самолеттарҙы ҡаршылау шул ҡәҙәр популяр шөғөлгә әйләнгән, урындағы халыҡ уның тирәһендә тотош бер инфраструктура төҙөгән: пляж барҙары хужалары, кешеләр ваҡыттарын алдан планлаштырһын өсөн, самолеттарҙың осош йәҙүәлен элеп ҡуя. Барҙарҙың береһе хатта аэропорттың диспетчер вышкаһы һәм самолет пилоттары араһындағы радиоһөйләшеүҙе реаль ваҡытта трансляциялай.

Шуны әйтеп китеү мөһим: пляждағы кешеләрҙең ғүмере хәүеф аҫтында. Осоп китеүсе самолеттың ҡеүәтле реактив ағымы уларҙы һыуға этеп төшөрөүе ихтимал. Урындағы властар осоп китеүсе һауа судноларына ныҡ яҡынайыу” имгәнеүҙәргә һәм үлемгә килтереүе мөмкин,”тип иҫкәртә. Күптән түгел осоп күтәрелеү-ултырыу юлын айырған тимер сым ҡойма янына йәнә бер ҡойма ҡойолдо. Осоп китеүсе самолеттың реактив ағымы көсөн татып ҡарарға теләүселәрҙе хәүефтән йолоп ҡалыу өсөн, властар быны махсус рәүештә эшләне.




Комментариев нет:

Отправить комментарий