среда, 8 мая 2013 г.

Израиль Сүриә мәсьәләһен ҡатмарландырҙы.



Израилдең Сүриә территорияһына авиаһөжүме Дамаск һәм оппозиция көстәре нисбәтен үҙгәрткәнме? Хәлдең айышына төшөнөүе ауыр, аналитиктар ваҡиғаларҙың артабанғы  үҫешен төрлөсә юрай, әммә барыһы ла конфликттың ил сигенән сығып таралыуы хаҡында һөйләй.
 Израиль һәм Сүриәның бер-береһенең эске эштәренә ҡыҫылырға тырышыуы сер түгел. Тик Израиль ҡатмарлы хәлдә ҡалды, сөнки Асад режимы ҡолатылһа, уның урынын кем биләйәсәге билдәле түгел, ғөмүмән, йәһүд дәүләте “яуызлыҡ күсәре”тип иҫәпләгән нәмәне, йәғни “шиғий ярымайы”н(Иордания короле Абдалла Икенсе һүҙҙәре буйынса) йәки Израилдең ҡан дошмандары булған Хезболлах, Сүрия һәм Иран союзын  көсһөҙләндерерме икән һуң ул?!
 Израилдең рәсми версияһы буйынса, уның һөжүме Сүриә конфликтына ҡыҫылыуҙы маҡсат итеп түгел, Хезболлахҡа тәғәйенләнгән ҡоралды юҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған- күп йылдар инде Ирандан килгән ҡорал Сүриә территорияһы аша үтә. Асад режимы кисергән ҡыйынлыҡтар Израилгә был транзитты туҡтатыу өсөн яҡшы мөмкинлек бирә. Әммә рәсми версияға ышаныусылар әҙ.
“Әгәр регионда кемдер, тәүге нәүбәттә Сүриә һәм Ливан, был рейдты граждандар һуғышы барышына туранан-тура ҡыҫылыу тип аңлаһа, Израилгә был реаль проблемалар тыуҙырыуы ихтимал,-”тип иҫәпләй Израиль политологы Алон Лиель.
Ә Сүриәнең яҡын союздаштары тап шулай уйлай ҙа. Хезболлах лидеры авиация һөжүменә ҡәҙәр үк Сүриәнең ысын дуҫтары уны Америка йәки Израиль ҡулында ҡалдырмаясағы хаҡында белдергәйне. Иран да шуға оҡшаш позицияла тора.
“Әгәр Израиль Сүриәгә ҡаршы һөжүм башлаһа, Иран, Сүриәнең стратегик союздашы булараҡ, Сүриәгә ғәскәр ебәреүе ихтимал. Иран быны эшләй ала,-”тип белдерҙе ислам революцияһы һаҡсылары корпусының элекке командиры Хөсәйен Канами Могхаддам.
Конфликттың бөтә Яҡын Көнсығыш регионына таралыу мөмкинлеге тураһында күптәр уйлай. Рамалахтағы фәләстин активистары тотоп торған плакаттар ҙа шул хаҡта һөйләй. Конфликттың киңәйеүе иһә, Сүриәнең союздаштарын Бәшәр Асад яғында көрәшкә этәреп, уның файҙаһына ғына буласаҡ.
Нимә генә тимә, Израилдең эшмәкәрлеге хәлде ҡатмарландырып ебәрҙе. Шулай уҡ бер нисә көн элек Карла дель Понтеның баш күтәреүселәрҙең хәрби зарин газын ҡулланыу хаҡында белдереүе, артабан БМО тарафынан йомшартылһа ла, шул уҡ тирмәнгә һыу ҡойҙо. Әммә һүҙ әйтелде, ә Сүриә оппозицияһы яғында радикаль исламистарҙың һуғышыуы күптән берәүгә лә сер түгел. Һөҙөмтәлә, Сүриә баш күтәреүселәрен яҡлаған Көнбайыш илдәре үтә лә хәүефле һәм ауыр  булған хәлдең аманаттары булып ҡалды.


















                               




Комментариев нет:

Отправить комментарий