АҠШ-тың дәүләт
сәркәтибе Джон Керри Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәрен яҡшыртыу перспективалары ,
шулай уҡ Сүриәләге хәлдәрҙе яйға һалыу хаҡында һөйләшеү өсөн ике көнлөк рәсми
визит менән Мәскәүгә килде. Шишәмбе Керри Рәсәй президенты Владимир Путин менән
осрашты. Аҙаҡ Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән һөйләшеүҙәр
үтте. Рәсәй һәм АҠШ, Сүриә хөкүмәте һәм оппозицияһының һөйләшеүҙәр башлауы өсөн,
барыһын да эшләргә килеште.
“Рәсәй һәм Ҡушма
Штаттар Сүриә хөкүмәте һәм оппозиция төркөмдәренең хәлдәрҙе сәйәси юл менән
яйға һалыуына булышлыҡ итәсәк. Беҙ шулай уҡ тиҙ арала, хатта ошо ай аҙағында
былтыр июнь аҙағында Женевала үткән конференцияның дауамы рәүешендә халыҡ-ара
конференция йыйырға килештек,-”тине Сергей Лавров.
Рәсәй һәм АҠШ Сүриәнең территориаль
бөтөнлөгөн һәм суверенлығын яҡлауын раҫланы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий