вторник, 7 мая 2013 г.

“Титаник”тың кире ҡайтыуы.



Яҡын арала теләге булған һәр кем “Титаник” бортында тора, хатта данлыҡлы маршрут буйынса сәйәхәткә сыға ала. Уҙған йыл Австралия миллиардеры Клайв Палмер, зиннәтле лайнерҙың заманса функциональ күсермәһе булған”Tитаник II”лайнерын төҙөү планын һөйләп, йәмәғәтселекте ҡуҙғытты. Проекттың планына ярашлы рәүештә,“Титаник II” аҙашы һымаҡ уҡ гүзәл итеп төҙөләсәк, ләкин шул уҡ ваҡытта заманса бөтә уңайлыҡтарға, XXI быуат технологияларына, яңы навигация һәм хәүефһеҙлек системаларына эйә буласаҡ. Теләге булған һәр әҙәм, билет алып, элекке пассажирҙар кисергән тойғоларҙы, хатта синфи айырымлыҡтарҙы, шул заман костюмдарын кейеүҙән алған хис-тойғоларҙы татып ҡарар өсөн, океан аша сәйәхәткә юллана ала.


Оригиналындағы һымаҡ уҡ,“Титаник II”лайнерының бөтә бүлмәләре планеталағы иң яҡшы ҡунаҡханалар һәм ресторандарына ярашлы итеп эшләнәсәк. Бәрхәт тышлы мебель, семәрле имән конструкциялар, сүкеп яһалған декор, быяла көмбәҙҙәр, ғәләмәт ҙур үҙәк баҫҡыс –һәммәһе кораблдең оригиналын ҡабатлаясаҡ.
“Был һоҡланғыс корабль ошонда хеҙмәт иткән батыр кешеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыштары хаҡында һөйләй алмаған пассажирҙар, фажиғәнән имен ҡотолоусылар иҫтәлегенә төҙөләсәк,-”тине Клайв Палмер.
Карап үҙенең тәүге рейсына 2016 йылда Саутгемптондан юлға сығасаҡ. Шуны әйтеү мөһим: яңы конструкция теләһә ниндәй ғәҙәттән тыш хәлдәргә лә әҙер буласаҡ. Карап 2435 пассажирҙы һәм 900 экипаж ағзаһын һыйҙырырға һәләтле. 18 заманса ҡотҡарыу шлюпкаһы менән йыһазландырылған.
Нью-Йоркта, 26 февралдәге матбуғат конференцияһында Палмер 1912 йылдағы тәүге рейсы ваҡытында батҡан һәм 1502 кешенең ғүмерен ҡыйған океан лайнеры күсермәһе “Титаник II” һүрәттәрен күрһәтте. Караптың оҙонлоғо- 270 метр, ауырлығы-40 000 тонна. 9 палубала 850 каюта буласаҡ. Палмерҙың Blue Star Line компанияһы тәүге 3Д рендерҙарын сығарҙы. Уларҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.



Капитандың бүлмәһе навигация өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.



Parisien кафеһы беренсе класс ҡунаҡтарын хеҙмәтләндерә.


Бассейн.



Ә бында Австралия мультимиллионеры Клайв Палмер 2013 йылдың 26 февралендә Нью-Йорктағы матбуғат конференцияһында “Титаник”тың күсермәһен төҙөү планы менән бүлешә.





Комментариев нет:

Отправить комментарий