вторник, 7 мая 2013 г.

Google интернет-корпорацияһының Палестинаны “таныуы” Израилдең асыуын ҡабартты.


Google интернет-корпорацияһының үҙенең эҙләү системаһындағы “Палестина территориялары”атамаһын “Палестина”ға әүерелдереүе Яҡын Көнсығышта барыһын да шатландырманы. Палестина автономияһында уны дәүләт суверенитетын алыуға бер аҙым рәүешендә дәртләнеп ҡабул иттеләр.
“Туризм менән ҡыҙыҡһынған, бында килергә ниәтләгән кешеләр Googlе интернет-системаһында Палестинаны эҙләй, тик бер ниндәй ҙә мәғлүмәт таба алмай, шуға күрә был аҙымдың ярҙамы ҙур буласаҡ,-”тип иҫәпләй Рамаллах кешеһе.
Палестина автономияһының элекке коммуникациялар һәм технологиялар министры ла шул уҡ фекерҙә:
“Компанияларға ҡапҡаны асыу, был өлкәләге ҡурҡыу һәм икеләнеү кәртәһен емереү мөһим. Был ҡарар Палестинаны виртуаль картаға индерә.”
Израиль сит ил эштәре министрлығы был яңылыҡты йәне көйөп ҡабул итте һәм Google үҙ позицияһын ҡайтанан ҡарар, тигән өмөт белдерҙе:
 “Әгәр теләһәләр, улар Юҡландия картаһын да эшләй ала- бик шәп буласаҡ был,-тип белдерҙе Израилдең тышҡы сәйәсәт ведомствоһы вәкиле.-Бер нәмә аптырата: ни өсөн шәхси компания шулай бәхәсле рәүештә халыҡ-ара сәйәсәткә һәм халыҡ-ара дипломатияға ҡыҫылырға ынтыла.”
Израилдә Google яһаған аҙым ике яҡтың тура һәм асыҡ һөйләшеүҙәр башлауына ла булышлыҡ итә алмай, ғөмүмән, ике яҡ өсөн дә мәнфәғәтһеҙ эш, тип иҫәпләйҙәр.
Google вәкиле хәбәр итеүенсә, ул халыҡ-ара ойошмаларға, айырым алғанда, БМО-ның ноябрҙә Палестинаға дәүләт-күҙәтеүсе статусын биреүгә нигеҙләнеп эш иткән.
 Google вәкиле хәбәр итеүенсә, ул халыҡ-ара ойошмаларға, айырым алғанда, БМО-ның ноябрҙә Палестинаға дәүләт-күҙәтеүсе статусын биреүгә нигеҙләнеп эш иткән.





Комментариев нет:

Отправить комментарий