вторник, 7 мая 2013 г.

Мәскәүҙең Болотный майҙанындағы митинг апарыу тыныс үтте.



Оппозиция, “Болотный эше”буйынса ҡулға алынғандарҙы яҡлау маҡсатында, үҙенең яҡлыларҙы мобилизацияланы. Полиция мәғлүмәттәре буйынса, митинг 8 мең кешене йыйған. Оппозиция иһә “Рәсәй азат буласаҡ”,  “Сәйәси тотҡондарға азатлыҡ”тип һөрәнләгән 20-25 мең кеше хаҡында һөйләй. Бер йыл элек булған оппозицияның тантаналы йөрөшө полиция менән бәрелешкә барып етеп, “күмәк массалы тәртипһеҙлектәр”статьяһы буйынса 28 кешегә енәйәт эше асылды.

“Кәйефтәр артыҡ шәптән түгел,-ти оппозиция сәйәсмәне Владимир Рыжков.-Әммә халыҡ, илдәге миллионлаған кешеләрҙең хоҡуҡтарын боҙоу, һайлауҙарҙағы фальсификациялар,  енәйәт эштәрен фабрикациялау менән риза түгеллектәрен күрһәтеү һәм власть үҙ конституцияһын үтәй башлағанға ҡәҙәр ҡаршылыҡ күрһәтәсәктәрен аңғартыр өсөн, урамдарға сыҡты.”

“Ниндәйҙер ҙур нәмәләр көтмәйбеҙ, әммә тама-тама күл була, бөгөн бында сығыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе буласаҡ,-”ти акцияла ҡатнашыусы ир.

Акция Калуга майҙанынан Болотный майҙанына йүнәлгән тантаналы йөрөштөң күмәк тәртипһеҙлектәр һәм полиция менән бәрелешенә бер йыл үткәндән һуң ойошторолдо. Ул саҡта тиҫтәләгән кеше зыян күрҙе, демонстрацияла ҡатнашҡан 400 кеше һаҡ аҫтына алынды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий