Үлемдән саҡ ҡалған яңы
тыуған был балаға хәҙер хәүеф янамай. Шәмбе көн ҡытай ҡотҡарыусылары уны 4-cе
ҡаттағы йорттоң йәмәғәт бәҙрәфе канализацияһынан
имен-аман килеш алған.
Ваҡиға Ҡытайҙың
көнсығышындағы Чжэцзян провинцияһындағы Цзиньхуа округында булған. Билдәһеҙ ҡатын
полицияға шылтыратҡан һәм канализациянан бала илағаны ишетелеүен хәбәр иткән.
Ҡотҡарыусылар 10 сантиметр диаметрлы торбаны ҡырҡып, аҙаҡ ипләп кенә бысып,
бәпәйҙе алғандар. 2,8 килограмлы был бәпәй бала ятҡылығы эсендә булған.
Полиция тикшереү
башлаған һәм шылтыратыусының 22 йәштәге ҡатын, баланың әсәһе булыуын асыҡлаған.
Балаһын төшөртөр өсөн дә, уны тәрбиәләр өсөн дә аҡсаһы булмағас, ҡатын бәпәйен
йәшерен рәүештә тапҡан һәм унан шул рәүешле ҡотолмаҡсы булған, әммә, ҡылған
ҡылығынан ҡото осоп, ҡотҡарырға ҡарар иткән.
Цзиньхуа дауаханаһы
инкубаторының номеры буйынса, Ҡытайҙа бәпәйҙе “59-сы” тип йөрөтәләр.
Телевидение аша ҡотҡарыу операцияһын күрһәткәндән һуң, дауаханаға бала
әйберҙәре, аҙыҡ-түлек, уйынсыҡтар тотоп килә башлағандар, күптәр уны тәрбиәгә
алырға тәҡдим иткән.
Тәрбиә етешмәү һәм
енси бәйләнештәргә еңел ҡарау арҡаһында, Ҡытайҙа һуңғы ваҡыт аборттар һаны
күбәйгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий