Стамбулдағы Сүриә оппозицияһы
осрашыуында Женевала үтәсәк Сүриә буйынса конференцияға коалициянан кем вәкил
булып барасағы хаҡында килешә алманылар. Көнэлгәре баш күтәреүселәрҙең “Сүриә
революцион хәрәкәте”ойошмаһы үҙенең белдереүен баҫтырҙы. Унда улар Сүриә
революциһы көстәренең Милли коалицияһын һәм оппозицияны үҫә барған фекер
айырымлыҡтары арҡаһында һүлпән эш итеүҙәре өсөн ҡаты тәнҡитләне.
Кеше хоҡуҡтары буйынса БМО
советы иһә Сүриә конфликтында сит илдәрҙән ялланып һуғышыусыларҙың ҡатнашыуын
ғәйепләүсе резолюцияны хупланы. “Хезболлах”хәрәкәте боевиктарын да индереп, сит ил ялланма һалдаттарын
файҙаланғаны өсөн төп яуаплылыҡ Бәшәр Асад режимына ауҙарылды, ә оппозиция
иҫкә лә алынманы.
Мәскәү Катар һәм Төркиә тырышлығы менән Кеше хоҡуҡтары
буйынса советтың бер яҡлы фекер йөрөтөүенә риза түгел, ә бит киләһе Женевала
осрашыу үткәреү хаҡында тап Рәсәй һәм АҠШ хәл иткәйне.
“Мине шул бик ныҡ аптыратты: резолюцияның авторҙаштары
Катар һәм Төркиәнән тыш АҠШ делегацияһы ла әүҙем рәүештә файҙаһыҙ был идеяны
алға һөрә,-” тине матбуғат конференцияһында Рәсәйҙең сит ил эштәре министры
Сергей Лавров. Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәт ведоствоһы етәксеһе, конфликт мәсьәләһен
хәл иткәндә, ике яҡлы стандарттар сәйәсәтен булдырмаҫҡа саҡырҙы һәм
Евроберләшмәнең Асад режимы дошмандарын ҡорал менән тәьмин итеү буйынса эмбаргоны
юҡҡа сығарыуы Сүриәләге хәлдәрҙе тағы ла нығыраҡ ҡатмарландырасағы һәм хәлдәрҙе
яйға һалырға тейеш булған конференцияны үткәреүгә кәртә ҡуясағы тураһында белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий