Сүриә армияһы Рәсәйҙең
С-300 зенит-ракета коплекстарының тәүге
партияһын алды. Был турала кесаҙна “Әл-Манар” телеканалына биргән интервьюһында
Бәшәр Асад хәбәр итте. Ул шулай уҡ хөкүмәт ғәскәрҙәре яғында Хезболлах хәрәкәте ғәскәрҙәренең ни өсөн һуғышыуын
аңлатты.
“Ни өсөн Хезболлах Сүриә һәм Ливан территорияһында? Дошманыбыҙ Израиль һәм уның яҡлылар менән һуғыш Сүриәлә лә, Ливанда ла алып барылғанға.”
Был ваҡиғалар БМО-ның
генераль сәркәтибе Пан Ги Мунды көндән-көн нығыраҡ борсой:
“Мин конфликттың ике
яғында тороусыларға ла йоғонто яһарға һәм алыштарҙы туҡтатырға саҡырам. Ҡорал
проблеманы хәл итә алмаясағын улар аңларға тейеш. Ике яҡты ла нимә менәндер
тәьмин итеү прогресҡа алып килмәй. Һуғышып түгел, сәйәси процесс ярҙамында ғына
дөрөҫ юлды табырға мөмкин.”
Интервьюһында Бәшәр
Асад Женевалағы Сүриә буйынса конференцияға үҙенең вәкилдәре киләсәген, ә аҙаҡ
ҡабул ителгән ҡарар буйынса ул илдә референдум үткәрәсәген вәғәҙә итте.
Рәсәйҙең сит ил эштәре
министры Сергей Лавров иһә Сүриә оппозицияһының Женевалағы һөйләшеүҙәргә әҙер
түгеллеген белдерҙе.
Сергей Лавров,
Рәсәйҙең сит ил эштәре министры:
“Улар унда постарҙы
бүләләр, был структураға кем етәкселек итерен хәл итәләр. Уларҙы берләштергән
берҙән-бер нәмә- Бәшәр Асадтың кисекмәҫтән китеүе. Эшкә был рәүешле тотоноу бер
нәмәгә лә алып килмәйәсәк. Бының шулай икәнлеге һәр кемгә, шулай уҡ көнбайыштағы
партнерҙарыбыҙға ла яҡшы аңлашыла.”
Элегерәк Рәсәй сит ил
эштәре министрлығы Сүриәне С-300 ракеталары менән тәьмин итеү конфликттың халыҡ-ара кимәлгә йәйелеүенә
кәртә ҡуйыусы фактор буласағы хаҡында белдергәйне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий