суббота, 4 мая 2013 г.

АҠШ: Калифорнияла урман янғындары ҡоторона.



Американың Калифорния штатының көньяғында урман янғындары. Вентура округында һәм  Сан-Франциско үҙәнендә ут 4 мең бинаға янай. Йөҙҙәрсә кеше эвакуацияланған. Тиҫтәләрсә предприятие һәм мәктәп ябылған.
Сәғәтенә 30 километр тиҙлек менән таралған ялҡынға ҡаршы мең самаһы янғын һүндереүсе һәм уларҙың ярҙамсылары көрәшә. Көслө ел һәм ҡайнар ҡояш янғынды һүндереүгә ҡамасаулай.
Күп халыҡ йәшәгән Санта-Моника ҡалаһы янындағы урмандарҙа янғынды булдырмауға байтаҡ көс сарыф ителә.
Метеорологтарҙың иҫкәртеүенсә, быйылғы йәй урман янғындарының иҫәбе һәм масштабы буйынса рекорд ҡуйыуы ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий