понедельник, 6 мая 2013 г.

Сүриәнең сит ил эштәре министрлығы: Израилдең эшмәкәрлеге ҙур һуғышҡа алып киләсәк.



Йәкшәмбегә ҡарай төндә Израиль ҡорал һаҡлағыстар һәм хәрби тикшеренеү үҙәге булған, шулай уҡ президент гвардияһы бригадалары урынлашҡан Дамаск ҡалаһы ситенә ракета һөжүме яһаны.
Сүриә властары раҫламаған мәғлүмәттәр буйынса, хәрбиҙәр араһында һәләк булыусылар, яралылар бар. Һуңғы ике тәүлек эсендә Израилдең Сүриә территорияһына был икенсе һөжүме.
Сүриә сит ил эштәре министрлығы Израилдең эшмәкәрлеге регионда ҙур һуғышҡа алып киләсәген белдерҙе. Сүриәнең мәғлүмәт министры Омран аз-Зоуби әйтеүенсә, ракета һөжүме “теләһә ниндәй эҙемтәләргә ишек аса.”
Ҡаһирә Израиль Хәрби Һауа көстәренең ракета һөжүмен ҡаты ғәйепләне һәм “халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларын тупаҫ боҙоу,”тип атаны. Рәсми белдереүҙә әйтелгәнсә, Израиль агрессияһы халыҡ-ара хәлде ҡаҡшата һәм бөтә региондың именлегенә янай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий