пятница, 21 июня 2013 г.

Донъялағы ҡасаҡтар һаны 18 йыл эсендәге иң ҙур кимәлгә етте.


Донъялағы ҡасаҡтар һаны 18 йыл эсендәге иң ҙур кимәлгә етте- халыҡ-ара ҡасаҡтар көнөндә БМО шундай статистиканы баҫтырып сығарҙы. Һаман дауам иткән Сүриәләге граждандар һуғышы был ҡайғылы рекордҡа үҙ өлөшөн индерә. Ойошманың мәғлүмәттәре буйынса, үҙ илен 1,6 мең кеше ташлап киткән, шуларҙың яртыһы- балалар. Шуға күрә лә БМО-ның Ҡасаҡтар эше буйынса баш комиссары Антониу Гутерреш бөгөн Иорданиялағы Сүриә ҡасаҡтары лагерында булды:

Иордания, Ливан, Төркиә, Ирак кеүек үҙҙәрендә ҡасаҡтарҙы һыйындырған илдәргә ярҙам итеү өсөн, бөтә донъяның берләшеүе мөһим. Һуңларға ярамай, ҡан ҡойошто туҡтатыу өсөн? барыһын да эшләргә кәрәклеген бар донъя аңларға тейеш.

Иордания- сүриәлеләрҙең иң ҙур “гаване”, унда 550 меңдән ашыу кеше. БМО-ның изгелек илсеһе Анджелина Джоли донъя лидерҙарын был ҡан ҡойошҡа нөктә ҡуйырға саҡыҙы:

“Һәр 14 секунд һайын кем дә булһа, Сүриә сиген үтеп, ҡасаҡҡа әйләнә. Йыл аҙағына 10 миллионлы Сүриә халҡының яртыһы аҙыҡ-түлек, йәшәр төйәк, ярҙамға мохтаж буласаҡ.”

БМО-ның иҫәбе буйынса, донъялағы ҡасаҡтар һаны- 45,2 миллион. Уларҙың күптәре- афғандар. Кешеләрҙе йорттарын ташлап китергә мәжбүр иткән төп сәбәп- ҡораллы конфликттар. Ҡасаҡтарҙы урынлаштырыуҙың иң ҙур ауырлығы үҫә барыусы илдәргә- конфликт ҡабынған дәүләттәрҙең күршеләренә төшә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий