пятница, 21 июня 2013 г.

2013 йылдың майын европалылар оҙаҡ иҫләйәсәк.


2013 йылдың июне һауа торошоноң көйһөҙлөгө буйынса рекорд ҡуйҙы: көнсығыш Европанан һуң ташҡындар Испания һәм Францияға килеп етте. Тәбиғәт ҡазаһы 3 кешенең ғүмерен өҙөп өлгөргән. Бер ҡатын автомобилендә һәләк булған- ташҡын һыу уны юлдан ағыҙып алып киткән.
Францияның көнбайыш региондарына ябырылған ҡойон шул ҡәҙәр ҡөслө булған, хатта йорт ҡыйыҡтарын алып осорған, тамыры менән ағастарҙы йолҡоп алған. Бәхеткә күрә, халыҡты алдан уҡ эвакуациялағандар. Бургундия регионының ҡайһы бер департаменттарында ҡыҙыл-һары хәүефлек кимәле иғлан ителгән. Ҡойма ямғырҙар һәм ҡарҙар иреүе сәбәпле, Пиреней тауҙары битләүҙәрендәге бәләкәй генә йылғасыҡтар  ярһыу ташҡындарға әйләнгән. Һыу ярҙарҙы, йорт, күперҙәрҙе емереп ташлаған.
Анауында ике фатирлы йорт тора ине. Тегендәрәк йәнә бер йорт бар ине,-тип ҡайғыра зыян күргән ауыл кешеһе.-Артабан- ике коттедж ине. Һөҙөмтәлә, беҙҙең йорт ҡына ҡалды. Йылға аша күпте күргән, 200 йыллыҡ тарихы булған күпер тора ине...”
Урындағы властар, кисекмәҫтән ярҙам һорап, хөкүмәткә мөрәжәғәт итте. Синоптиктар иһә йәнә борсаҡ ҡатыш ҡойма ямғырҙар һәм дауыллы ел вәғәҙә итә. Хәүеф зонаһында -39 департамент.
Пиренейҙың икенсе яғында, Испанияла, “ҙур һыу” Каталониялағы һәм Арагон регионындағы бер нисә ауылды баҫты. Автотрассалар ябыҡ, 4 мең самаһы кеше электр утынан мәхрүм ҡалды. Һыу 30 йыл эсендәге рекордлы кимәлгә етте һәм полицияға дамбаларҙы асырға тура килде.


Комментариев нет:

Отправить комментарий