Виктория шарлауығы- донъялағы иң ҙур һәм данлыҡлы шарлауыҡ. Ул Көньяҡ
Африкала, Замбия һәм Зимбабве сигендә урынлашҡан, донъяның тәбиғәт
мөғжизәләренең береһе булып тора.
Виктория шарлауығында айлы йәйғорҙы- һыу тамсылары аша ай нурҙарының
ҡояшта сағылышын күрергә мөмкин булған
бик һирәк урындарҙың береһе. Иҫ киткес ҡеүәт менән төшкән шарлауыҡ һыу сәсрәмәһе
һәм томан барлыҡҡа килтерә, ул, йөҙҙәрсә метрға күтәрелеп, 30 саҡрымдарҙан күренеп
тора.
Фотограф урынлаштырған махсус яҡтылыҡ фильтры ярҙамында ябай күҙгә
салынмаған айлы йәйғорло һоҡланғыс фотолар барлыҡҡа килә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий