воскресенье, 23 июня 2013 г.

Һиндостанда ташҡындар: тиҫтәләрсә мең кеше бүленеп ҡалған.


Һиндостанда тәбиғәт ҡазаһы ҡорбандары 550 меңдән артып китте. Эҙләнеү-ҡотҡарыу эштәре дауам итә һәм, урындағы властарҙың әйтеүенсә, был цифр үҫәсәк әле.
Яҡынса иҫәпләгәндә, муссон ямғырҙарынан һәм ташҡындарҙан айырыуса зыян күргән төньяҡтағы Уттаракханд штатының 50 000 самаһы кешеһе бик ҡыйын хәлдә. Индустар өсөн изге булып иҫәпләнгән илдәге иң оҙон йылға- Ганг буйындағы йорттар, юлдар емерелгән.
Ташҡындар арҡаһында бүленеп ҡалған халыҡты эвакуациялау өсөн, тиҙ арала бер нисә вертолет майҙансығы ойошторолған. Ҡотҡарыусылар ашыға- синоптиктар һауа торошоноң боҙоласағы, йәнә яуым-төшөмдәр көтөләсәге хаҡында хәбәр итә.

Уҙған ял Һиндостандың төньяғында ҡойма ямғырҙар булды. Властар тәбиғәт көйһөҙлөгөнә әҙер түгел ине, сөнки ғәҙәттә ямғырҙар сезоны июль аҙағында башлана. Тиҫтәләрсә ил, шул иҫәптән Рәсәй ҙә фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөү эштәрендә ярҙам ҡулы һуҙырға тәҡдим итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий