“Европаның Сүриә баш
күтәреүселәрен ҡорал менән тәьмин итеүе
үҙҙәренә үк терроризм булып ҡайтасаҡ,-”тип белдерҙе Бәшәр Асад. Немецтарҙың Frankfurter
Allgemeinen Zeitung гәзитенә биргән интервьюһында (унан өҙөктәр дүшәмбе көн
баҫманың интернет-сайтында донъя күрҙе) президент Асад үҙ илендәге боевиктарҙы
ҡоралландырыуҙы “Европаны террористик хәүеф алдына ҡуйыу, ”тип атаны.
“Экстремистик
идеология менән ағыуланған террористар, хәрби тәжрибә туплап, уны Европа
илдәрендә ҡулланасаҡ,-”тип киҫәтте Сүриә президенты.
Асад конфликттың
көсәйеүендә үҙен ғәйепле тип иҫәпләмәй, ә үҙ халҡына ҡарата химик ҡорал
ҡулланыуҙа ғәйепләүҙәрҙе “аҡылға һыймаҫ нәмә”тип атаны.
Май аҙағында
Евроберләшмә илдәре Сүриәне ҡорал менән тәьмин итеү буйынса эмбаргоны оҙайта ла,
юҡҡа сығара ла алманы. Лондон ул саҡта эмбаргоны оҙайтыу хаҡында килешә алмау
уның юҡҡа сығарылыуын аңлатыуы тураһында белдергәйне. Бынан тыш АҠШ та Сүриә
баш күтәреүселәренә ярҙам итергә ҡарар итеүен белдерҙе. Вашингтонда Сүриә
өҫтөнән осошһоҙ зона булдырыу мәсьәләһе лә ҡарала.
Reuters агенствоһы
мәлүмәттәре буйынса, Сәғүд Ғәрәбстаны 2 ай инде Сүриә баш күтәреүселәрен Францияла һәм
Бельгияла һатып алынған күсмә зенит-ракета комплекстары менән тәьмин итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий