2009 йылда Бөйөк Британияның
һәм АҠШ-тың махсус хеҙмәттәре Лондондағы “егерме”саммиты ағзаларының телефондан
һөйләшеүҙәрен тыңлаған һәм электрон почтаһын уҡыған, быларҙың барыһы ла ул
саҡтағы премьер Гордон Браундың туранан-тура фарманы буйынса эшләнеүе лә
ихтимал.
Был мәғлүмәттәр The
Guardian ҡулына эләккән документтарҙа һаҡлана. Йәшерен ул материалдар Үҙәк
разведка идаралығы һәм Американың Милли именлек агенствоһының элекке хеҙмәткәре
Эдвард Сноуден тарафынан халыҡҡа сығарылған.
Гәзиттең раҫлауынса,
Лондондаағы “егерме”саммиты ваҡытында Британия һәм Америка махсус хеҙмәттәре ул
саҡта Рәсәй президенты посын биләгән Дмитрий Медведевтың телефон һөйләшеүҙәрен
тыңларға тырышҡан. Бөйөк Британияның күптәнге союздаштары Төркиә һәм КАР
вәкилдәре лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған.
Британия яғынан
Американың Милли именлек агенствоһы менән бергә алып барылған операцияла
Хөкүмәт бәйләнеше идаралығы (электрон разведка хеҙмәте) һәм МИ-6 тышҡы
разведкаһы ла ҡатнашҡан.
Бөйөк Британияның сит
ил эштәре министры Уильям Хейгҡа аҡланырға тура килгән:” Британия закондарына
ҡаршы килеп, Бөйөк Британия легаль юл менән ала алмаған мәғлүмәттәрҙе ҡулға төшөрөү өсөн,Ҡушма
Штаттар менән бергәләп Хөкүмәт бәйләнеше үҙәген файҙаланылған тигән фараздар
әйтелде.Был раҫлауҙар нигеҙһеҙ тип, яуаплылыҡ менән әйтә алам. ”
Аҙ ғына ваҡыт эсендә Көнбайыш
махсус хеҙмәттәре менән бәйле икенсе ғауға ҡалҡып сыҡты. Был юлы инде телефон
бәйләнештәрен һәм компьютер мәғлүмәттәрен күҙәтеүҙе терроризмға ҡаршы көрәшкә
һылтанып бер нисек тә аҡланып булмай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий