Кесаҙна Катарҙа афған
властары һәм талиптарҙың вәкилдәре араһында һөйләшеүҙәр башланырға тейеш. Һуңғылары шишәмбе көн Дохала үҙ офисын асыуы
хаҡында иғлан итте һәм афған властары менән конфликтты сәйәси юл менән хәл
итергә ниәтләүҙәрен һәм күрше ислам дәүләттәре менән яҡшы мөнәсәбәттәр
булдырырға теләүҙәрен белдерҙе.
Президент Хәмит Карзай
хәбәр итеүенсә, һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашыу өсөн, Кабулдан афған властары, баш
күтәреүселәр менән бәйләнеш булдырырға ниәтләп, махсус рәүештә төҙөгән Юғары
тыныслыҡ советы ағзалары ебәреләсәк. Карзайҙың фекере буйынса, Катарҙа
башланған һөйләшеүҙәр аҙаҡ Афғанстанда дауам итергә тейеш.
Консультацияларҙа АҠШ
вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ. Америка администрацияһында хәбәр итеүҙәренсә, афған
хөкүмәтенең баш күтәреүселәр менән һөйләшеүҙәре алдынан Вашингтон эмиссарҙары
талиптар менән контакт булдырасаҡ. АҠШ администрацияһындағы сығанаҡтар шуны
иҫкәртә: “килешеүгә табан юл”оҙайлы булмаҡсы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий