вторник, 11 июня 2013 г.

Унынсы”Тылсымлы кәмә” тәүге”Күк һарайы”на китте.


Цзюцюань космодромынан старт алған Ҡытайҙың “Шэньчжоу-10” йыһан карабы бортындағы өс тайкунавт менән уңышлы рәүештә тәғәйенләнгән орбитаға сыҡты. Улар йыһанда 15 көн буласаҡ. “Шэньчжоу”(”Тылсымлы кәмә”) программаһы буйынса был инде бишенсе пилотлы осош. Экипаж ағзалары араһында ҡытай ҡатын-ҡыҙҙарынан икенсе булып йыһанға осоусы Ван Япин да бар.
Караптың старт алыуын ҠХР рәйесе Си Цзиньпин шәхсән үҙе күҙәтеп торҙо:
Был данлы һәм изге миссия. Һеҙ бурысығыҙҙы үтәрһегеҙ, тип ышанам. Һеҙгә уңыштар теләйем һәм тантаналы рәүештә ҡайтыуығыҙға өмөтләнәм.”
Осоштоң төп бурысы- орбиталағы модуль менән тоташыу технологияһын үҙләштереү. Ул ике тапҡыр башҡарыласаҡ: ҡулдан һәм автоматик режимда. Ҡытайҙың үҙ йыһан станцияһын  булдырыу өсөн, был һынауҙар бик мөһим. Станция 2020 йылда осороласаҡ һәм яҡын киләсәктә йыһан программаһының һуңғы этабы булып торасаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий