среда, 12 июня 2013 г.

Дәүәләт Думаһы балалар араһындағы гей-пропагандаға ҡаршы закон ҡабул итте.


Рәсәй Дәүәләт Думаһы балалар араһындағы гей-пропагандаға ҡаршы закон ҡабул итте. Законды боҙоусыларға 4 меңдән алып 1 миллионға ҡәҙәр штраф һалынасаҡ; сит ил кешеләренә штрафтан тыш 15 тәүлеккә төрмәгә ултыртыу һәм илдән ҡыуылыу янай.
“Пропаганда”термины артында нимә тороуын Дәүләт Думаһының ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса профиль комитеты башлығы Елена Мизулина аңлатты:
“...бәлиғ булмағандарҙы традицион булмаған енси йүнәлешкә этәреүгә, ғәҙәти булмаған енси мөнәсәбәттәрҙе яҡшы итеп күрһәтеүгә, традицион һәм традицион булмаған енси мөнәсәбәттәрҙең социаль тиңлеге хаҡында хата ҡараштарҙы таратыуға йүнәлтелгән мәғлүмәт...”
Закон яғында тороусылар шуны раҫлай: ул ғаиләне һәм традицион ҡиммәттәрҙе яҡлауға йүнәлтелгән.
Быға ҡаршы булғандарҙың үҙ фекере:
”Мин был законды яҡламайым, сөнки ул кешеләрҙе айыра; бер енесле парҙарҙы, бер енесле ғаиләләрҙе автоматик рәүештә дөрөҫ булмағандар категорияһына индерә. ”
Инициатива авторҙары шуны һыҙыҡ өҫтөнә ала: кешегә традицион булмаған енси ориентацияһы өсөн түгел, бәлиғ булмағандар араһында ғәҙәти булмаған енси мөнәсәбәттәрҙе пропагандалауы өсөн яза бирәсәктәр. ЛГБТ-берләшмәләр иһә закон кеше хоҡуҡтарын боҙа һәм йәмғиәттә көс ҡулланыуҙарға юл аса, тип иҫәпләй. Элегерәк Евросоюз Рәсәйҙе был законды ҡабул итеүҙән тыйылырға өндәгәйне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий