среда, 12 июня 2013 г.

Греция властары дәүләт телевидениеһын яба.


Гректар шаҡ ҡатты: хөкүмәт ЕРТ- дәүләт телерадиотапшырыуҙар корпорацияһын ябыу хаҡында иғлан итте. Ете телеканал һәм бик күп радиостанциялар төн уртаһынан үҙ эшен туҡтатырға тейеш. ЕРТ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен тыңлаусыларға, ҡараусыларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте, һәм уларҙы ишеттеләр. Корпорацияның Афиналағы штаб-фатиры алдына йөҙҙәрсә кеше, шул иҫәптән билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм юристар йыйылды:
“Конституцияға тап килмәгән декрет баҫтырылған ошо бит, ошо ҡағыҙ менән улар бөгөн төндә Грецияның милли телевидениеһын юҡҡа сығарасаҡ.”
“Улар ЕРТ-ға ҡулдарын һуҙҙы, әммә канал хеҙмәткәрҙәре быға юл ҡуймаясаҡ!”
2800 кеше урамда ҡаласаҡ. Хәбәр итеүҙәренсә, уларға компенсация түләнәсәк. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, яҡын арала яңы, бәләкәйерәк күләмле һәм дәүләттеке булмаған структура төҙөләсәк. Властарҙың ҡарарын күпселек сәйәси фирҡәләр, шул иҫәптән идара итеүсе өс коалицияның икәүһе ғәйепләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий