четверг, 13 июня 2013 г.

Пхеньян Сеулды һөйләшеүҙәргә аяҡ салыуҙа ғәйепләй.


Төньяҡ һәм Көньяҡ Корея араһында һөйләшеүҙәр булмаясаҡ. Аҙна аҙағына тәғәйенләнгән осрашыуҙы өҙөүҙә Пхеньян Сеулды ғәйепләй. Проблема ике илдән вәкил булып киләсәк делегация кимәле хаҡында һүҙ барғанда килеп сыҡҡан: Сеул министрҙы түгел, ә вице-министрҙы ебәрергә йыйына, Пхеньян бының менән риза түгел.
Һөйләшеүҙәр юлы менән көсөргәнешлектән ҡотолорға иҫәп тотҡайнылар, уның барышында КХДР күршеһенә һуғыш менән янаны. Әйтергә кәрәк, Көньяҡ Корея “төньяҡтар”һөйләшеҙәрҙән баш тармаҫ, тип уйлай. Сеулдың Төняҡ Кореяны тикшереү институты профессоры Янг Мун-Инь былай ти:
“Нервылар уйыны”нан һуң, Пхеньян министрҙар кимәлендә һөйләшеүҙәрҙе башлауы ихтимал. Төньяҡ уртаҡ Кэсон сәнәғәт зонаһынан әҙер продукцияны сығарыу хаҡында һөйләшеүҙәр тәҡдим итеүе лә мөмкин.”
Кэсон сәнәғәт зонаһы КХДР территорияһында урынлашҡан. Көньяҡ Корея компаниялары бында осһоҙ эш көсөнән файҙа күрҙе, ә Пхеньян шул рәүешле валюта алды.
Ике арала мөнәсәбәттәр ҡатмарланып киткәндән һуң, Кэсон комплексы ябылғайны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий