четверг, 13 июня 2013 г.

АҠШ. Колорадола урман янғындары ҡоторона.


Колорадола- Колорадо Спрингс штатының дәүмәле буйынса икенсе урында торған ҡалаһында- 90-дан ашыу йортто урман янғыны һәләк иткән, көслө ел арҡаһында яңынан-яңы ерҙәрҙе ялмап алған. Меңәрләгән кеше эвакуацияланған. Янғындың икенсе көнөндә ҡаланың төньяҡ-көнсығыш райондары зыян күргән, утты ауырлыҡ менән ауыҙлыҡлай алғандар.
“Бына шулай ошо планетала бәләкәй генә үҙ мөйөшөңдө булдырыу өсөн ғүмер буйы эшләйһең...Һин уны табаһың, үҙеңсә матурлайһың...Һәм бына сәғәт эсендә ул юҡҡа сыҡты",- тиҙәр янғындан зыян күреүселәр.
“Беҙҙең ҡыҙыбыҙ бар, уға йәш ярым...Ул бөгөн иртән өйгә алып ҡайтыуҙы һораны... Бик ауыр был...”

Колорадо штаты властары мәғлүмәттәре буйынса, янғындан күрелгән зыян, кәм тигәндә, 10 миллион долларға барып баҫа. Ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Зыян күреүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Ут менән көрәшкә янғын расчеттары, самолеттарҙы ла индереп, махсус техника йәлеп ителгән.

Комментариев нет:

Отправка комментария