Төркиә премьер-министры
Тайип Эрдоган Гези паркын яҡлауҙан
асыҡтан-асыҡ ҡаршылыҡ күрһәтеүгә күскән манифестацияла ҡатнашыусыларға һуңғы
киҫәтеү яһаны. Аҙна ярым буйы демонстрацияларҙың үҙәге булған Таксим майҙанында
муниципаль хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре тәртип булдыра. Хөкүмәт башлығының тәүәккәл
белдереүенә ҡарамаҫтан, ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар китергә уйламай.
“Паркты берәү ҙә яулап
алырға тейеш түгел. Беҙ ошоғаса түҙемле булдыҡ, әммә беҙҙең түҙемлегебеҙ бөтөп
бара. Был минең һуңғы киҫәтеүем. Мин ата-әсәләргә мөрәжәғәт итәм: зинһар,
балаларығыҙҙы тәртипкә саҡырығыҙ,-”тине Тайип Эрдоган.
Ике аҙна инде
манифестанттар палаткалы ҡаласыҡта йәшәй. Көс ҡулланыу менән янау ҙа,
референдум үткәрергә тәҡдим яһау ҙа уларҙы сигенергә мәжбүр итә алманы.
“Премьер министрҙың үҙ
дөрөҫлөгө. Ә беҙҙең дөрөҫлөк- паркта ҡалыу, беҙ үҙебеҙҙең демократик хоҡуҡтарыбыҙҙы
тормошҡа ашырабыҙ. Улар беҙҙе көс ҡулланып сигенергә мәжбүр иткәс, һөҙөмтәһен шунда
күрербеҙ. Барыһы ла беҙҙең менән бер фекерҙә.”
“Әгәр улар штурм
башлаһа, беҙ икенсе урамға күсәсәкбеҙ.
Унда ла килһәләр, башҡа районға, аҙаҡ киләһенә. Стамбул ҙур. Беҙ һәр ваҡыт
бында буласаҡбыҙ.
Һуңғы мәғлүмәттәр
буйынса, Стамбулдағы акцияны яҡлау йөҙөнән Анкара үҙәгендәге паркта ҡаршылыҡ
күрһәтеүселәрҙе полиция ҡыҫырыҡлап сығарған. Күптәрҙең фекере буйынса, властар
был юлы тәүәккәл эш итмәксе- Гези паркын штурмлау тиҙ арала башланып китеүе лә
ихтимал.
Комментариев нет:
Отправить комментарий