Арбитраж судының ҡарарына ҡәҙәр Гези паркына теймәйәсәктәр, ғөмүмән
һуңғы һүҙҙе референдумда Стамбул халҡы әйтәсәк- данлыҡлы актерҙар, йырсылар һәм
“Таксим теләктәшлеге”ҡаршылыҡ төркөмөнөң
ике ағзаһы ингән халыҡ делегацияһы ағзаларын Төркиә премьеры шуға ышандырҙы.
Бынан тыш Рәжәп Тайип Эрдоган демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың һәләк булыу, тән
йәрәхәттәре алыу факты буйынса тикшереү үткәреләсәген раҫланы. Премьер менән
осрашыу манифестацияларҙың яңы тулҡыны фонында барҙы.
Стамбулда иһә төнөн сағыштырмаса тыныс
булды. Кисен ҡаршылыҡ үҙәгенә әйләнгән Таксим майҙанында демонстрацияла
ҡатнашыусыларҙы апай, һеңле, әсәй, өләсәйҙәре йәнле ҡалҡан булып ышыҡлап торҙо.
Бөгөн парк өсөн ҡорбан булғандарҙы хәтерләү манифестацияһы ойоштороласаҡ, ул һуңғыһы булыр, тип өмөтләнә күптәр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий