понедельник, 17 июня 2013 г.

Мысырлылар президенттарының Сүриә менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙөүе хаҡында фекер алыша.


Мысыр президенты Мөхәммәт Мөрсиҙең Сүриә менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙөүе тураһындағы ҡарары- урындағы киң мәғлүмәт сараларының төп темаһы. Мысыр Дамасктан үҙ илсеһен саҡыртып алды һәм Ҡаһирәләге Сүриә илселеген япты. Шәмбеләге митингыла үҙенең яҡлылары алдында иғлан иткән уның был сараларын Мысыр йәмәғәтселеге төрлөсә ҡабул итте:
”Сүриә илселеген ябыу хаҡындағы ҡарар бик дөрөҫ,-ти Ҡаһирәлә йәшәүсе ир.-Ул Сүриә халҡын яҡлауыбыҙҙы күрһәтеп тора.”
“Сүриәләге илселекте ябыу- Сүриә халҡына ҡарата енәйәт ул,-тип килешмәй икенсеһе.-Президент Мөрси шул рәүешле сүриәлеләрҙе яҡламай, үлтерә.”
Мысыр президенты БМО-ның Именлек советына Сүриә өҫтөнән осошһоҙ зона урынлаштырырға тәҡдим итте һәм ватандаштарының Сүриә баш күтәреүселәре яғында һуғышыуына ҡаршы булмаясағын  белдерҙе. Эксперттар хәүефләнә: Мөрсиҙең был саралары Мысырҙы Сүриә конфликтына ныҡлап алып барып тығыуы ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий