понедельник, 17 июня 2013 г.

Таксимды таҙарттылар.


Стамбулдағы Таксим майҙанындағы ҡаршылыҡ лагерын ҡыуып таратыу бөтә Төркиәнең асыуын ҡабартты. Ҡаланың бер нисә районында төнө буйы полиция менән бәрелештәр булды. Урамдарҙа баррикадалар ҡорҙолар, автомобилдәрҙе яндырҙылар. Хәбәр итеүҙәренсә, аэропортҡа илтеүсе шоссе ябылған. Тәртип һағында тороусылар төтөн шашкалары, йәш ағыҙыусы газ һәм резина пулялар ҡулланған.
Башҡа ҙур ҡалаларҙың халҡы ла урамдарға сыҡты. Анкаралағы Кугулу паркында 10 мең самаһы кеше йыйылды, эш бәрелештәргә үк барып етмәне.
Социаль селтәрҙә, Эрдоганды яҡлаған митингыға һәм шул арҡала ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙың лагерын ҡыуып таратыуға үс итеп, хөкүмәткә ҡаршы манифестация үткәреү өсөн, Таксимды кире ҡайтарырға саҡырыуҙар ишетелә.
Хәҙер майҙан- ҡалалағы иң тыныс урын, унда берәү ҙә юҡ, сөнки бар ерҙе полиция ҡамаған. Көн элгәре бындағы палаткаларҙы бульдозерҙар менән этәрҙеләр.
Был ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың һөйләүенсә,  “һыу атҡыстарҙа тәнде яндырыусы ниндәйҙер химик матдәләр”булған. Таксимдан ҡыуылған демонстранттар төркөмдәре раҫлауынса, полиция йәш ағыҙғыс газды, демонстрацияла ҡатнашыусылар ҡунаҡханаға инеп ҡасҡас, хатта унда ла ҡулланған.


Комментариев нет:

Отправка комментария