понедельник, 3 июня 2013 г.

Эрдоган: “Төркиәләге ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар демократияны ҡаҡшатырға теләне.”


Төрөк премьеры Тайип Эрдоган  белдереүенсә, Стамбулдағы Гези паркын яҡлау демонстрацияһы – хөкүмәткә ҡаршы акция ойоштороуға сәбәп кенә. Үҙенең яҡлылар алдында сығыш яһап, кабинет башлығы демонстрацияла ҡатнашыусыларҙы провокаторҙар һәм хулигандар, тип атаны:
“Улар урамға түшәлгән таштарҙы соҡоп алды, магазиндарҙың тәҙрәләрен ватты...Шулмы демократия? Тайип Эрдоган- диктатор, тиҙәр. Ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған кешене диктатор тип атағас, нимә тиһең инде.”
Эрдоган хөкүмәттең Гези паркындағы төҙөлөштән баш тартмаясағын әйтеп үтте һәм манифестацияла ҡатнашыусыларҙы акцияларҙы туҡтатырға саҡырҙы.
Анкарала коммуналь хеҙмәттәр, ике көн дауам иткән сыуалыштан һуң, урамдарҙы таҙартырға тотондо. Баш ҡала мәғлүмәттәре буйынса, тәртипһеҙлектәр ваҡытында 16 автобус, япмалы тиҫтәләгән туҡталыш һәм йөҙҙәрсә реклама конструкцияһы юҡ ителгән. Бөтә ил буйынса йома һәм шәмбе булып уҙған демонстрациялар барышында 1700 кеше һаҡ аҫтына алынған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий