понедельник, 3 июня 2013 г.

Расистик хәбәрҙәре өсөн Марин Ле Пен суд алдына баҫыуы ихтимал.


Француздарҙың үтә уң “Милли фронт” фирҡәһе лидеры Марин Ле Пен депутат именлегенән мәхрүм ҡалыуы ихтимал. Европарламент комитеты ҡарар ҡабул иткән дә инде, 11 июндә депутаттар уның буйынса тауыш бирергә тейеш. Бындай ҡарар ҡабул итеүҙе һорап, Европарламентҡа Франция мөрәжәғәт итте. Тыуған илендә Ле Пенды расистик хәбәрҙәр һөйләүҙә ғәйепләйҙәр. 2010 йылда Лиондағы сығышы ваҡытында Ле Пен урамда намаҙ уҡыған мосолмандарҙы Францияны нацистар оккупациялауы менән сағыштырҙы. Властар Ле Пенға ҡаршы эш ҡуҙғатты, әммә, депутат тейелгеһеҙлеге арҡаһында, судҡа тарттыра алманы.
2011 йылда, үтә уңдарҙың үҫә барған ҡаршылығы сәбәпле, мосолмандарҙың урамда намаҙ уҡыуы тыйылды.
Франция- дини ил түгел, намыҫ ирке –һәр кемдең конституцион хоҡуғы.
Франция халҡының 8 проценты самаһы ислам динен тота. Мосолмандарҙың француз йәмғиәтенә интеграцияһы мәсьәләһе илдә ҙур бәхәстәр тыуҙыра.


Комментариев нет:

Отправить комментарий