пятница, 31 мая 2013 г.

Киевта йәнә 2 йыл буйы һайлап ҡуйылған мэр булмаясаҡ.


Йәнә 2 йыл буйы Киевтың  ҡала халҡы һайлап ҡуйған мэры булмаясаҡ. Кесаҙна көн Украинаның Конституцион суды  баш ҡаланың урындағы һайлауҙары илдең “бөтә территорияһындағы урындағы һайлауҙар менән бергә 2015 йылдың октябрендәге һуңғы йәкшәмбелә үткәрелергә тейеш,”тип иғлан итте. Был вердикт Украина Юғары Радаһының 48 депутатының мөрәжәғәтенә яуап булды.
Конституцион судтың ҡарары идара итеүсе фирҡәнең тирмәненә һыу ҡоя, тип иҫәпләй оппозиция.
“Был вердикттың ни өсөн ҡабул ителеүен беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Властар шуны белеп тора: хөкүмәт яҡлы теләһә ниндәй кандидат оппозициянан еңеләсәк.Ҡала советына һайлауҙар була ҡалһа, Киев советындағы депутаттарҙың 90 проценты оппозициянан буласаҡ,-” ти “Удар”фирҡәһе лидеры Виталий Кличко.
Региондар фирҡәһе вәкилдәре бөтә граждандарҙы Конституцион суд ҡарарын  хөрмәт итергә саҡыра.
Конституцион суд бөгөн үҙ ҡарарын иғлан итте. Был ҡарар, ә аңлатыу түгел, уны Украинаның бөтә граждандары ла үтәргә бурыслы. Был темаға үҙ фекереңде белдерергә мөмкин, ҡыҙып-ҡыҙып әңгәмә ҡорорға була, әммә ул үтәлергә тейеш. Парламент хәҙер, суд ҡарарына ярашлы, тауыш биреү көнөн билдәләйәсәк,-”тип иҫәпләй Владимир Макеенко.
Һуңғы тапҡыр мэр һәм баш ҡала депутаттары 2008 йылда һайланды. Ҡаланың һайлап ҡуйылған мэры Леонид Черновецкий 2012 йылдың 1 июнендә отставкаға киткәйне.
“Конституцион судтың вердикты Киевты йәнә 2 йылға һайлап ҡуйылған мэрҙан мәхрүм итә. Эксперттарҙың фекеренсә, был ҡарар власть фирҡәһе өсөн бик ҡулай, ә оппозиция, бындай хәлдә, баш ҡала платформаһын буласаҡ президент һайлауҙарына әҙерләнеү өсөн файҙалана алмай,-”тип хәбәр итә Киевтан EuroNews корреспонденты Евгения Руденко.


Комментариев нет:

Отправить комментарий