понедельник, 10 июня 2013 г.

Афиналағы демонстрация: “Беҙ башҡа Европа яҡлы.”


Европалағы хәлдәр менән риза булмағандарҙың “Альтернатив саммиты”Афинала ҙур манифестация менән тамамланды. Греция, Франция, Италия, Испания һәм башҡа Евроберләшмә илдәренең һул хәрәкәт активистары төрлө телдәрҙә кешеләрҙең түгел, баҙар мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан Европа лидерҙарының сәйәсәте менән риза түгеллеген белдерҙе.
Ҡаршылыҡ акцияһы ағзалары һөйләй:
-Беҙ, Европалағы бөтә социаль хәрәкәттәрҙе саҡырып һәм берләштереп, бер нәмәне әйтергә теләйбеҙ: “Баста, етте! Беҙ һеҙҙең ҡаты экономия сараларығыҙ менән ғарыҡ булды. Беҙ башҡа Европа яҡлы!”
-Оҙаҡ йылдар инде беҙ кешеләргә көсләп тағылған Евроберләшмә сәйәсәтенә ҡаршы сығабыҙ, альтернатив программалар һәм ҡарарҙар тәҡдим итергә тырышабыҙ.
Афиналағы ҡаршылыҡ саммиты инициаторы- Профсоюздарҙың Европа конфедерацияһы. Осрашыу хәрәкәте лидерҙары Европа ҡаҙна пактынан баш тартыу, байлыҡҡа һалымды арттырыу, бурыс түләүҙәрҙе туҡтатып тороу, оффшор иҫәптәре өҫтөнән контролде көсәйтеү талаптары менән  меморандум сығарҙы.
Афинанан euronews хәбәрсеһе Стаматис Гианисис хәбәр итә:
 “Альтернатив саммит- Европа профсоюздары һәм социаль хәрәкәттәре вәкилдәренең осрашыуҙары, бәхәстәре  генә түгел, Грецияны ла индереп, Европаның күп илдәрендәге ҡаты экономия сәйәсәтенә ҡаршылыҡ күрһәтеү ҙә ул.”



Комментариев нет:

Отправить комментарий