понедельник, 10 июня 2013 г.

Германияла ташҡындар, Магдебургта дамба емерелгән.


Емергес ташҡындар, Саксония-Анхальт еренең баш ҡалаһы Магдебург  тирәһендәге территорияларға хәүеф тыуҙырып, Германияның төньяғына табан уҡтала. Йәкшәмбе көн иртән, Эльба һәм Заале йылғалары ҡушылған урында дамба емерелде һәм һыу кимәле 7,5 метрға ҡәҙәр тиерлек күтәрелде, ә норма 2 метр.
Меңәрләгән ҡотҡарыусы, янғын һүндереүсе, ғөмүмән, үҙ ирке менән бында йыйылған кешеләр алҡынып килгән һыуға ҡаршы көрәшә. Иртән бөтә көс ҡаланы электр энергияһы менән тәьмин иткән трансформатор подстанцияһын һаҡлауға йүнәлтелде.
“Халыҡтың шул ҡәҙәр ныҡышып дамбаны ҡом һалынған тоҡтар менән нығытыуына, һыуҙың ирекле ағыуын туҡтатырға маташыуына хайран ҡалырлыҡ. Уйлауыбыҙса, улар юҡҡа ғына ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя- минут һайын дамба аша бик күп һыу ҡотороноп аға. Уларҙың тырышлығы бушҡа ғына,-”тип иҫәпләй урындағы власть вәкиле Ульрих Герштерер.
Һуңғы көндәрҙә Эльбаның ғына түгел, Дунайҙың да ныҡ ташыуы ихтимал. Чехия, Словакия, Венгрияла хәлдәр ҡатмарлы. Көнэлгәре Будапешттағы Дунай һыуы  бығаса күрелмәгән кимәлгә-7,5 метрҙан ашыуға күтәрелде. Венгрияла ла, Германияла ла һыу баҫыу ҡурҡынысы булған урындарҙан халыҡ өлөшләтә эвакуацияланды. Ҡалғандары властарҙың күрһәтмәләрен көтә. Магдебургтан айырмалы рәүештә,  Ахен, Галле, Биттерфельд ҡалаларында һыу ҡайта башланы, әммә властар юғары хәүефлек кимәлен юҡҡа сығарырға ашыҡмай. .



Комментариев нет:

Отправить комментарий